Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдән: “Нимә ул дин?” — тип һорағандар. Ул оҙон-оҙаҡ аңлатып тормаған, ә мәҡәл кеүек ҡыҫҡа, тос итеп: “Дин — ул нәсихәт”, — тигән. Тимәк, кәңәш биреү, фекерләшеү, яҡшылыҡҡа өйрәтеү, яманлыҡтан тыйыу ул. Ә әҙәм балаһы бындай өгөтк...